Әҙиптәрҙең йомшаҡлығы:
Ҡайҙа барһа — китап эҙләй,
Әйтерһең дә, ҡыҙҙар күҙләй.
Ҡыҫыр яҙҙан наҙҙар эҙләй,
Китап эҙләй — ҡыҙҙар күҙләй...
Килеп индек Йылайырҙың
Китап көткән кибетенә.
Буш кәштәләр бөркә туҙан
Йә күҙеңә, йә битеңә.
Боронғораҡ булһа китап —
Ҡыҙығыраҡ, мәҙәгерәк.
- Оһ-һо! Бына был шәп табыш!
Юҡтыр бүтән хәтәрерәк!
Тап килһә килә икән дә! —
Китабы ла “Тамсылар”[1] бит.
Ана тышта бейей тамсы,
Аҡман-тоҡман ҡамсылай бит.
Утыҙ йылдан ашыу ғүмер
Туҙан йыйып ятҡан китап,
Әллә сихыр, әллә осраҡ —
Тапты автор үҙе эҙләп.
(Үтмәй ултырған ҡарт ҡыҙҙы
Кейәү килгән кеүек күҙләп!..)
- Оят! — тип бышылдай автор, —
Нисәмә йыл туҙан йыйған!
Ғәрлеге ни тора бит әй!
Популярлыҡ — эт ялаған!..
- Был — Йылайыр, ағай! — тибеҙ,
Юлдыбай йә Матрай түгел.
Килмәһәң, аптырар ине,
Китабың бит көткән түҙем.
Тамсы ташты тишә, тиҙәр...
Күңелһеҙ хәл була яҙҙы:
Уны көткән китабынан
Шағир инфаркт ала яҙҙы!
- Китабыңдың яҙмышына
Ҡыуанырға ғына ҡала:
Сәфәреңдә,
Назар ағай,
Йәшлек йырың, наҙ һағалай!..
Булыр ине ғәжәйеп хәл,
Әйләндерһә ҡышҡа яҙҙы.
Йылайыр бит — болалы ер...
(Бабич яҙмышын да ҡыйҙы).
Бабич менән Назар Нәжми —
Дүртөйлөнөң ике улы,
Думбыраның ике ҡылы,
Уралымдың ике сазы...
Йылайырға тартылғандыр
Яҙмыштары, ижад юлы...
Назар ағай — тымыҡ күлдәй...
Өфөгә юл буран яра.
Бабич моңо...
Назар йыры...
“Тамсылар”ҙай йөрәк яра...
2004.
[1] Назар Нәжми. Тамсылар: Шиғырҙар. - Өфө, 1950. – 128 б.