Топшур[1]
Эй, Танысбай, көйләп ебәр
топшурҙы,
Күңелдәргә яҡын булған
тап йырҙы,
Табын йәмле йыр-моң һөйгән
дуҫтарҙа,
Дилбегәне улар һиңә
тапшырҙы.
Ғой, ғой-ғой-ғой-ғой-ғой!..
Эй, Танысбай, ярһыт әйҙә
топшурҙы,
Ҡыҙҙар йөрәген уятыр
тап йырҙы,
Булһын йырың: йән йәшәртер
һөйөүҙе
Йондоҙҙарҙа булғанда ла
танырҙай.
Ай, ай-ай-ай-ай-ай!..
Эй, Танысбай, нығыраҡ сирт
топшурҙы,
Егеттәргә оран булыр
тап йырҙы,
Ере өсөн йәнен фиҙа
ҡылырҙай,
Халҡы өсөн ал ҡан булып
тамырҙай.
Һай, һай-һай-һай-һай-һай!..
Эй, Танысбай, дәртлерәк ҡаҡ
топшурҙы,
Юҡһа ҡарттар инде ҡулын
ҡаушырҙы,
Бер һелкенеп, иҫләһендәр
дарманды,
Бер елкенеп күңел асыр
тап йырҙы.
Вай, вай-вай-вай-вай-вай!..
Эй, Танысбай, мәжлес һиңә
тапшырҙы
Күңел ҡошо, табын йәме —
топшурҙы.
Көйләп, иңрәп рух донъяһын
алтайҙың,
Беҙҙе алыҫ быуаттарға
ашырһын...
Ғой, ғой-ғой-ғой-ғой-ғой!..
[1] Топшур – алтайҙарҙың ике ҡыллы музыка ҡоралы.