Алтай шағиры Диман Белековҡа.
Катунь-йылға бүләк итте миңә
Имсәк һынлы бер таш — имсәкташ.
Хәтерләтте был таш ҡарттар һүҙен:
«Алтай, башҡорт — ҡәрҙәш,
имсәктәш…”
Катунь-ҡатын,
Ғәйрәт сәсер йылға, —
Бей-йылғаның булған бисәһе[1].
Алтай менән башҡорт шул ҡатындың
Имеп үҫкән ике имсәген.
Алтын Алтай тауын ғәзиз күреп,
Тороп ҡалған алтай туғаным.
Имсәктәштәр шулай Саҡ-Суҡ кеүек
Аймылышҡан, ситтә юғалып...
Ҡатын-йылға!
Ҡаты ярһыуыңды
Аңлайым мин, тоям барын да,
Бейә елененә морон төрткән
Ҡолонсаҡтай торам ярыңда.
Әллә минме —
Хас күскенсе бер йән,
Далаларҙы гиҙгән бер балаң?
«Әсәй!..» тигән йөрәк өҙгөс тауыш
Асырғанып кинәт йән талай.
Алтай туған! —
Ҡәрҙәш, имсәктәшем,
Алтай-Урал — уртаҡ илебеҙ.
Әммә ерҙәр генә бүленмәгән,
Бүленгән бит хатта йәнебеҙ.
Оноттоҡ беҙ уртаҡ әсәйҙе лә,
Һыуындырҙы йылдар, имсәктәш!..
Ташҡа әйләнгән ҡатын имсәгендәй,
Устарымда һыҙлай имсәкташ...
1991.
[1] Катунь һәм Бей (Бея) – Таулы Алтайҙағы йылғалар.