Бишбүләк[1]
Бишбүләгем — моң төйәгем,
Бишегем, ғәзиз ерем,
Һиндә минең тамырҙарым,
Ҡырыңа тамған тирем.
Бишбүләгем — хис төйәгем,
Мөхәббәт ҡайындарым,
Шишмәләрең һыуын эстем,
Һөйөүҙән айныманым.
Бишбүләгем — Дим буйҙары,
Моңло һандуғас иле,
Тальяныңдың көмөш сыңы
Мәңге тынмаһын ине.
Бишбүләгем — берҙән-берем,
Һин тип тибә йөрәгем,
Биш йәшәүҙәй бер ғүмерем
Булһын һиңә бүләгем...
[1] Рим Хәсәнов музыкаһы.