Нимә бәйән итә аҡ тулҡындар,
Тулап-тулап ярға һуғылып?
Мауыҙҙының серле дәһшәтенән
Йөрәккәйҙәр ҡуя һығылып.
Әллә утыҙ башлы аждаһаны
Һөйрәп үрәпсейме тулҡындар? —
Күперектәрен сәсеп ажғырғанда,
Сал ҡаялар сүгә һулҡылдап...
Ҡубып микән туфан ғәрәсәте,
Ҡапыл ғына күҙҙе бәйләне? —
Күл төбөнән сыҡҡан сысҡан һыртлы
Йылҡыларҙы һана әйләнеп!..
Хатта айлы кис тә ҡот өҫтәмәй
Күлдең ҡырыҫ, ҡурғаш төҫөнә;
Мин йәшенеп, бағам
Һыуһылыуҙың
Сәс тарауын Өйташ өҫтөндә...
Рәт-рәт килгән ауыр дәү тулҡындар
Һөйләй берен-бере уҙышып:
«Күптәр,
беҙҙең
менән
яғалашып
Тороп
ҡалды
йылдар
төпкөлөндә
Сүптәй
туҙышып
йә аҙашып...»
Аҡ тулҡындар,
аҡыл эйәһеләй,
Ғәйрәт сәсеп, ташып ярһый ҙа
Бер саҡ тына;
Олпат, сабыр ғына
Кәңәш-ҡорға мине саҡыра...
Эй Мауыҙҙы! —
Гәлсәр һыулы туҫтаҡ,—
Холҡоң хәтәр, әммә килешәм:
Һин ажарлы, серле булған һайын
Ынтылалар һиңә кешеләр...
[1] Мауыҙҙы (йәғни Аждаһалы) күле – Әбйәлил районындаға иң ҙур күлдәрҙең береһе. Уның буйында хәҙер “Яҡтыгүл” шифаханаһы һәм ял йорттары урынлашҡан. (Автор).