Фани донъя. Заң

Заң

 

Заң борондан ҡалған моңло һирәк һүҙҙер,

Зыңлауҙары йәндәремә бигерәк үҙҙер.

Унда: йәшәү ҡанундары, әҙәп, йола,

Зауҡы барҙы айбандырыр үткер   күҙҙер…

 

1

 

Эстем тәмләп ер-һыуымдың нур-һутын,

Күсте йәнгә ил-халҡымдың рух уты,

Ҡөҙрәт алдым әсәм ҡойған аҡ ҡоттан,

Ҡаурый таптым йырым өсөн аҡ ҡоштан.

 

2

 

Кейәү егет тәңкә һипте услап-услап,

Еңгәләргә   бүләк   бирҙе   ҡосаҡ-ҡосаҡ.

Йола тотто.  Үҙ мәйеле.  Байрам бөттө.

Инде һөйөү йылы бирһен усаҡ-усаҡ...

 

3

 

Сәңгелдәгем бәйләнгән үр — һары тал,

Сәңгелдәгем бәүелгән ер — далалыр.

Сәңгелдәк-ер айҡаған ир — балапан —

Сәңгелдәкле далаһында ҡалалыр...

 

4

 

Өйрәндем мин ғүмер буйы һөнәрҙәргә:

Көтөүсе лә, уҡытыусы... һөрҙөм ер ҙә

Һәм төшөндөм һөнәрҙәрҙән бер фәһемгә:

Көтөргә йә уҡытырға — өйрән берҙәй.

 

5

 

Әҙәмдәргә әҙәм бармай эш ҡырылмай,

Тир түккәндән беләгеңдә көс ҡоромай,

Иллә мәгәр яңғыҙ кеше тырышҡандан

Ил тәнендә тамырланған шеш һытылмай.

 

6

 

Борон ауыл, бер туғандар шикелле,

Бергә-бергә ут-һыу кисте килешле,

Оя ҡорҙо, уйнап-көлдө  күмәкләп,

Яуҙа бәхет тиң-уртаҡтан сүкелде.

 

7

 

Аҡты һыуҙар, заманалар үҙгәрҙе,

Ташҡындары тамырҙарҙы елгәрҙе.

Ырыуҙаштар бер-береһен танымай,

Күләгәләр ҡаплағандай йөҙҙәрҙе...

 

8

 

Һин хәтергә итһәң әгәр хыянат,

Килер бер мәл яуап көнө — ҡиәмәт;

Әруахтарҙы сауабыңдан ташлаһаң,

Ҡәһәр төшөр башҡайыңа ғәләмәт.

 

9

 

Бәндәләр бар: шыма һөйләр, шына сөйләр,

Күҙ алдында дуҫлыҡ өсөн кәпәс сөйөр,

Ә артыңдан исемеңә бәтлек[1] өйөр...

Тик ул — бахыр: ғүмер баҡый битлек кейер.

 

10

 

Бер яманды һыйлағансы ашыңда,

Бер етемдең һыйпаһаңсы  башынан;

Етем күҙе осҡонланыр шатлыҡтан,

Яман һүҙе сәсрәр йәшен ташындай.

 

11

 

Алдашыуҙы ғәҙәт итеп алғанға,

Телең телгә, һүҙең һүҙгә ялғанмай;

Кәсебеңдә шул тиклем дә оҫтарҙың —

Бар булмышың — ҡойоп ҡуйған ялғанлау.

 

12

 

Бер мәртәбә эйәләткәс йолҡошто,

Ҡотолорһоң ҡыуып ҡына йолҡҡосто;

Хәҙер инде бауырыңды йолҡҡолап,

Ашатаһың туймаҫ ҡоҙғон-йыртҡысты.

 

13

 

Эш күрһәтәм, тип бер түрә һөйләнә,

Пластинкала бары бер көй әйләнә.

Әрәмтамаҡ, бушбоғаҙҙың теленән

Егәрленең күк елкәһе сейләнә.

 

14

 

Күҙ менән ҡаш араһында — бәлә-ҡаза,

Һине эҙләп йөрөмәй ул әллә ҡайҙа,

Моңһоҙлоғоң, һаҡһыҙлығың көҫәгәнгә,

Ситтән түгел, үҙ иңеңдән килә яза.

 

15

 

Һин үҫкәндә, эй, сәтләүек ағасы,

Туҡтай  ине һиндә юлсы ҡарашы.

Һин — көҙгөнөң хәҙер затлы тирәсе,

Һине  күрмәй үҙ  йөҙөнә ҡараусы.

 

16

 

Атаһының баш осонда ултыра ҡыҙ.

Күптән янған  усаҡ һүнә. Ҡалтырай ҡуҙ.

Атай өнһөҙ. Йөҙө нурһыҙ. Ауҙы мәлһеҙ...

Усаҡ һүнә.

Ҡалтырай ҡуҙ.

Аптырай ҡыҙ...

 

17

 

Устарымды рәхәт өтә ҡурмасы,

Телдәремә ләззәт бөркә ҡурҙағы!..

Әй заманым! — Ҡыҙыу ҡаҙан — сатнағыр!

Йәндәремде, зинһар, улай ҡурмасы...

 

18

 

Китермендер мин дә бер мәл Тәңрегә,

Килмәгәнбеҙ йәшел ергә мәңгегә.

Асыҡланым бер нәмәне әлегә:

Ғүмер — һандуғас һайраған мәл генә...

 

 

[1] Бәтлек – (диалект) – яуызлыҡ, насарлыҡ.