Абдулхаҡ Игебаевҡа
Тыңлайыҡсы: тирә-яғыбыҙҙа
Сайпылырға торған моң ғына,
Ултырайыҡ Һаҡмар буйҡайында,
Һыу ағышын тыңлап тын ғына.
Аҡ ялдары ярһыу шаршыларҙың
Аһ-зарымы сабыр халҡыңдың?
Һин бит кистең тормош даръяларын
Шул халҡыңдан алып ялҡынды...
Тыңлайыҡ: Ғәҙелша шарлауығы —
Ирәндектең көмөш алҡаһы —
Набат ҡағамы ни:
Ҡайҙа бөгөн
Тәфтизандай илдең ҡалҡаны?
Һөйләйме ул үткән яуҙар шауын,
Әллә шанлы йылдар һабағын,
Йыуамы ул һаман кантондарҙың
Мәжлесенең алтын табағын?..
Тыңлайыҡсы:
Ниндәй ярһыу аһәң —
Ирәндектә бөркөт саңҡыуы,
Унда — даны бөрйән башҡортоноң,
Унда — яһил дошман шаңҡыуы.
Яңғырап китә бөркөт саңҡыуында
Дияров[1]тың бөйөк моң-сазы,
Сөләймәнов[2] тауышының бәҫе,
Әхмәтов[3]тың мәшһүр йырҙары...
Тыңлайыҡсы:
Көмөш ай нурында
Талҡаҫыңдың алҡын паклығын,
Әмин батырҙарҙан ҡалған мираҫ
Юғалтмаған алтын сафлығын.
Ул бөгөн дә балҡый күңелдәрҙә —
Тутыҡмаҫ та, уңмаҫ, юғалмаҫ,
Бәдбәхеттәр күпме тырышмаһын —
Саф алтынға бысраҡ яғылмаҫ.
Тыңлайыҡсы:
Ишетелгән моңда
Һаҡмар уйсанлығы, киңлеге,
Ил ҡашҡаһы, азаматтар даны —
Ирәндеккә генә тиңлеге.
Ошо мәғрур бейеклектән ахыры -
Сайпылырға торған моң ғына,
Тыңлайыҡсы уҙған ғүмерҙәрҙе,
Һаҡмар буйҡайында тын ғына...
1995