Табиплыҡ үә әүлиәлек ҡөҙрәттәрең –
Йәйғор балҡыуы Мөжәүир хәҙрәттәре!
Дауа эҙләп һине юллап килгәндәрҙең
Шифа ямғыр булып яуҙы рәхмәттәре.
Урғаҙаңдың көмөш һыуы бысранмаған,
Бәрәкәтле ерең имен - хасланмаған,
Туғандарың тоғро һинең аманатҡа –
Иман менән әҙәпте һис ташламаған.
Яҡты рухың беҙҙе һаман ҡурсалауҙа:
Донъя бер ҙә азат түгел мәкер-ауҙан,
Яуыз көстән, ялған һүҙҙән, иблислектән...
Рәхмәтебеҙ - сауап барлыҡ мосолмандан.
Күрәҙәлек һеңгән һиңә тәбиғәттән,
Аллаһыбыҙ ҡушҡан изге тәғлимәттән.
Уҡымышлыҡ, зиһенлелек - ижтиһадтан,
Мәрхәмәтлек, мәхрүмлектәр - йәмғиәттән.
Ни яҙһам да, хәҙрәт, һиңә аҙҙыр һымаҡ,
Һине асҡан һайын зиһен асыр һымаҡ,
Фиғелеңдә һис туңлыҡ юҡ - яҙҙыр һымаҡ,
Һинән нурҙар әҙәмдәргә ағыр һымаҡ...
2009.