Оләсәй, таң менән тороп,
Усаҡ яға — ни ғәләмәт?!
Ҡаҡ утындар терелгәндәй!
Ут — мөғжизә, ут-әкиәт.
Ут телендә, ят ғәмәлдә
Беҙгә ул нимәлер һөйләй.
Утты, гүйә геүелдәтеп,
Мөрйә түгел, йыһан һөйрәй.
Ут йырынан беҙгә алыҫ
Дәүерҙәрҙең йыры килә.
Әсә лә бит балаһына
Яна-яна йылы бирә.
Көтмәгәндә ҡайғы килһә,
Ул илаған утҡа ҡарай,
Утҡа ҡарап теләк теләй,
Һыуға бағып өмөт юрай.
Уттың ялы-ҡойроғо юҡ,
Тотоп булмай бер тоҡанһа.
Ваҡыт менән ул бәйгелә,
Саба, ҡалмай бер тотам да.
Кеше ише түгел шул ут —
Йылыһын салт, мул өләшә.
Йәнде арбар йырын һуҙып,
Һине тиң күреп һөйләшә.
Кеше ише түгел шул ут...
8-9.01.2004.