Ышанғайның, бик ныҡ көткәйнең дә
Әкиәттең яҡшы бөткәнен.
Әммә заман - яман, мәрхәмәтһеҙ,
Бик йыш ҡуя донъя бөлдөрөп.
Ышанғайның, беҙ ҙә үҙ иткәйнек
Йырыңдағы батыр йөрәкте!
Кем уйлаған йырың өҙөлөр, тип,
Һәм ярыр тип һағыш үҙәкте?!
Әкиәтме,
Әллә хәҡиҡәтме? -
Тышауҙарға үҙебеҙ тышалдыҡ...
Әкиәттәр генә яҡшы бөтә,
Тойғон хаҡлы - шуға ышандыҡ...
Хуш, ҡәләмдәш, ауыр тупрағың еңел булһын...