Ниндәй сихри донъя! — Ҡартәсәйҙең Мөнәжәтен тыңлап ултырыу, Арбар тауышынан Зиһенеңә Сафлыҡ, хаҡлыҡ, йәдкәр тултырыу. Мөнәжәттең моңло мөхитендә Сәйҙәр эсеү — үҙе бер ғүмер! Ҡартәсәйем, Рәхмәт, биргәнеңә Ғүмер буйы баҙлар нур-күмер...