Бөтә нәмә үҫә, шиңә, серей — Тәбиғәттең шулдыр ҡануны. Шул ҡанунды белмәй бәғзе әҙәм Икенсенең бата хаҡына. Уйлайҙыр ул күпкә өлгәштем тип, Асылда бит барын аҙайтты: Ҡулын һуҙып кеше өлөшөнә, Үҙ сифатын күпкә юғалтты.