Һис үпкәм юҡ тыуған яҡтарыма,
Хөрмәт итмәй, яҡын күрмәй, тип.
Ул хөрмәтте кәрәк ҡаҙанырға
Илгә оло хеҙмәт күрһәтеп.
Мин үҙем бит мәңге бурыслымын,
Тыуған яғым, һинең алдында.
Рәхмәтем ҙур — тере алып сыҡтың
Ғәрәсәттең хәтәр ялында.
Ә йылдар һуң нисек үгәйһетте,
Һуғып боҙға, өтөп ҡуҙҙарҙа.
Емерек, арыҡ донъя тороп ҡалды
Ҡарт-ҡороға,
Малай-шалай, ҡатын-ҡыҙҙарға...
Ғүмер ағасым да шаулай ине,
Йәм-йәшелдән ине яңыраҡ.
Шул ағастың инде төптәрендә
Ейәндәрем йыя яп(ы)раҡ.
Йәшлегемдә һабан һабын тотоп,
Мин аҙ ярҙым ерҙең ҡыртышын.
Ата-бабам кәсебенән алыҫ
Һөнәр яҙҙы миңә — йыр-шиғыр.
Күңелегеҙҙән йыйып һүҙ ынйыһын,
Үҙегеҙгә кире ҡайтарҙым.
Ҡайтарғаным, бәлки, ҡайтыштыр ҙа,
Ваҡыт баҫыр мөһөр – хаҡтарын...
Ташлап киткән өсөн
Тыуған яҡтың
Төшөр, бәлки, ҡарғыш-әрнеше.
Әммә миңә ситтә яҡташ булды
Телде аңлай алған һәр кеше.
Хәҙер тоям:
Мин үҙ бәхетемде
Тыуған яҡтан ситтә эҙләнем.
Ләкин тыуған ерҙе йөрәгемдән
Булманы һис ҡасан өҙгәнем.
Һис үпкәм юҡ тыуған яҡтарыма,
Унан хөрмәт өмөт итмәнем...
“Далаһына ул ят бауыр”, — тиеп
Яҡташтарым бары әйтмәһен.
1991.