Эт аҫырай өйҙә, Ул, йәнәһе, Этһеҙ йәшәй алмай, Эт йәнле. Фатирҙа эт тотоу - Ҡурсаҡ, роскошь, Йә һаҡсыһы байып киткәндең. Бер көн килеп, Кәре бөткән этте Тышҡа быраҡтырған бәндәне Эттең тоғролоғо ҡарғыш булып Төшөр тиеп, юҡҡа йәлләнем...