Хәтәр йөктәр төшкән мәлдә Түҙер ине иңдәрем, Ауыр ҡайғы ауған саҡта Түҙһәң ине, йәндәрем! Бөктө лә һындырҙы тормош Шыйыҡ талдай сағымда. Инде һөйән кеүек ҡатҡас, Һындырмаҡсы тағы ла.