Яҙғы ҡояш ҡышҡы йокоһонан Бөжәктәрҙе бик тиҙ уятты, Баштарынан һыйпап батырайтты Ҡар аҫтынан сыҡҡан ҡыяҡты. Һаумы, Ҡояш, һаумы, илаһи көс! – Барлыҡ тереклектең аллаһы. Әҙәм балалары шул алланың Ҡәҙерҙәрен белһен, аңлаһын...