(Мәҫәл)
Ел-дауылдар һыйпап үтә
Ағастарҙың баштарынан,
Тик шауҡымы килеп етмәй
Ерҙең үлән, таштарына.
Имән баҫҡан, ҡымшанмай ҙа,
Ғорур киреп ҡорос сатыр,
Килеп ҡунһа ҡара болот,
Бер һелтәүҙә алып атыр,
Тирә-яҡҡа хәтһеҙ ергә
Төшә уның күләгәһе,
Туғарланған тамырҙары
Матҡып алған биләмәһен.
Көн күрһәтмәй бүтәндәргә,
Ҡойона ул нурға, наҙға.
Мәрхәмәтен бүлә һаран,
Үтескәгә - тик бер аҙға.
Һәм иҫкәртә:
“Иң беренсе
Дауылға мин ҡаршы сығам!
Күк көмбәҙен терәп торам!
Хаҡ түләгеҙ әле шуға!..»
Хатта үргә үҫкән өсөн
Хаҡ дауламаҡ түбәңдәрҙән.
Ә бит имән күккә ашҡан —
Ерҙәгеләр күтәргәнгә...
Ел-дауылдар һыйпай әле
Ағастарҙың баштарынан,
Бер мәл ел дә, нур ҙа үтер
Ерҙең үлән, таштарына,
Ҡороған сатыр аҫтарына...
1987.