Һеңлеләрем бер көн тирмән әйләндерә,
Ҡул тирмәне — ҡомартҡы, таштан.
Йөҙ йәшәгән тирмән менән
йәп-йәш ҡыҙҙар
Эй тарталар ҡурмастан талҡан!..
Ҡартәсәйем
Әсәһенең был мираҫын
Ҡурсалап, ҡәҙерләп йөрөткән.
Тирмән тартҡан
ғүмер баҡый ауырһынмай,
Ҡыҙҙарын да шуға өйрәткән...
Шул таш тирмән кеүек,
Замандар әйләнгән —
Дәүләттәр, һарайҙар онталған...
Ә таш тирмән,
йоҡарһа ла тешәлеүҙән,
Һаман тарта ризыҡ — он, талҡан...