Ҡаланың таш урамында
Юлымды ҡыйҙы йылан,
Юлдарымды ҡыйҙы йылан,
Хәтерҙе уйҙы йола.
Йылан күрһәң — юғалтыуға
Юраған борон халыҡ.
Юрауҙары юш киләлер:
Фенолдан үлә балыҡ.
Йыландың йыланы хатта
Ҡаланы ташлап ҡаса.
Ояғыҙ ағыулы, тиеп,
Кешенең күҙен аса.
Юлымды юҡҡа ҡыймаҫтыр —
Юғалтыуҙарым алда.
Тәбиғәт беҙҙе иҫкәртә —
Юрауҙарыңды аңла...