Даланың даланлы улы

Даланың даланлы улы

Ҡәҙим Аралбай – бөгөнгө башҡорт поэзияһының иң алғы сафтарында  атлаусы шағирҙарҙың  береһе. Уның һәр яңы шиғыры  йәки поэмаһы  хәҙерге замандың иң ҡырҡыу  милли, әхләҡи –этик, социаль-сәйәси, рухи-мәҙәни мәсьәләләрен күтәреп сығыуы, шағирҙың үткерлеге, саялығы менән  һиҫкәндерә.  Ҡыйыулыҡ һәм тәүәкәллек – Ҡәҙим Аралбай шиғриәтенең хәл иткес сифаттары.  Нәҡ ана шуның өсөн  яраталар ҙа шағирҙы киң ҡатлам уҡыусылар.

Әммә Ҡәҙим Аралбай күҙ асып йомған арала танылыу алған шағирҙарҙан түгел. Алтмышынсы йылдар уртаһында тәүге шиғырҙарын баҫтырған Ҡәҙим  арымай-талмай ижад итте, тынғыһыҙ әҙәби хеҙмәт менән  йәшәне, үҙен башҡорт әҙәбиәтенең  “йөк аты” итеп танытты. Йылдар  һуҙымында бер-бер артлы “Утлы кисеүҙәр” (1975), “Батыр яраһы” (1980), “Аҡ тирмә” (1982) “Гонец” (1983), “Һөйөүем йондоҙо” (1986), “Әле һуң түгел” (1989), “Мәслихәт” (1991), “Рух яҙыуы” (1995), “Тау эйәһе” (1996), “Аҡ тирмәләр иле” (Ҡазан, 1996) китаптары донъя күрҙе.  Егәрлелек,  ярһыу ижади эҙләнеүҙәр оло әҙәби донъяны – Ҡәҙим Аралбай поэзияһы – тигән донъяны барлыҡҡа килтерҙе. Инде хәҙер бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтен, киң ҡатлам башҡорт уҡыусыһының күңел күктәрен  ана шул донъянан башҡа күҙ алдына килтереү мөмкин түгел.  Талант һәм ныҡышмалылыҡ менән тыуҙырылған Ҡәҙим Аралбай шиғриәтенең төп “сифат билдәләре” хәҙер тулыһынса ойошҡан, үҙ аллы йәнле донъя төҫөн алған.

Ҡәҙим Аралбай шиғриәте – етди шиғриәт. Тематик-проблематик яҡтан да, шиғри эшләнеш йәһәтенән дә. Ижады шағирҙың үҙенә оҡшаған.  Ҡәҙим тормошта ла,  ижадта ла  еңел-елпе кеше түгел. Әле уҙған быуаттың һикһәненсе йылдарына аяҡ баҫҡан саҡта ул былай тип яҙғайны:

         Ғүмеремдең һәр бер яңы көнө -

         Яңы кисеү, яңы кисереш.

         Шул һынауҙар минән талап итә,

         Көтә

         Хәл ителеш, сиселеш.

Ҡәҙим көсөргәнеш менән алға уҡталған етди шәхес. Уны тормош үҙе шулай итеп тәрбиәләгән. Һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа үткән бала саҡ, һуғышта һәләк булған атайҙы бары тик фотокарточка буйынса ғына белеү, әсәйҙең ауыр хеҙмәте һәм бөткөһөҙ хәстәрлектәре, армия тормошо, юғары уҡыу йорто, уҡытыусылыҡ, аспирантура, “Ағиҙел” журналы редакцияһында, Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында, КПСС-тың Башҡортостан Өлкә  Комитетындағы яуаплы эштәр – быларҙың бөтәһе  Ҡәҙимдең шәхес булып формалашыуын билдәле бер йүнәлештә ойоштора. Был – үҙеңә талапсанлыҡ, туҡтауһыҙ тынғыһыҙ хеҙмәт, принципиаллек. Кеше менән бергә йәшәү, халыҡ өсөн көс түгеү – Ҡәҙим Аралбай шәхесенең нигеҙ таштары. Шағир былай ти:

Йылыһынан

Һеҙҙең йөрәктәрҙең

Йылы алып ерҙә йәшәйем.

“Кеше менән бергә йәшә, балам!...” –

Тип өйрәтте йәштән әсәйем.

Үҙ заманының  эшмәкәр шәхесе Ҡәҙим Аралбай заман шағиры  булып танылыу алды. Шул уҡ ваҡытта уның өсөн хәҙерге заман тарихтан айырылғыһыҙ. Бына ошо хәл – бөгөнгө тарихҡа бәйләп йә тарихты бөгөнгөгә тоташтырып фекерләү – Ҡәҙим Аралбайҙа һис шикһеҙ хәл иткес ижад концепцияһын тәшкил итә.

                   Кәмһенмәйем һис тә - олатамдың

                   Күкрәктәре тулы йыр булған,

                   Ғорурланам – йыһан яңғыратып

                   Йырлап барыр сая ир булған,

- тип уйҙарын бушата шағир.

Бөтә ижады буйынса сал тарихҡа мөрәжәғәт итеүе лә Ҡәҙимдең үҙ шәхсиәтенә бәйләнгәндер, күрәһең.  Ул бит – дала балаһы. Сал ҡылғандар тирбәлеүе уның өсөн быуат-быуат аҡҡан дәүерҙәрҙең күҙ алдынан үтеүе түгел тип кем әйтер. Сал дала, Һаҡмар, Таналыҡ Ҡәҙимдә тарихи аң тәрбиәләгәндер. Юҡҡа ғынамы ни ул “Мәмбәт ырыуы шәжәрәһе”н  ентекләп өйрәнде, китап итеп баҫтырып, халыҡҡы ҡайтарҙы. Тарихи фекерләү шиғыр һәм поэмаларҙа бөгөнгөнөң үткән менән еңел ,тәбиғи аралашыуын, бер-береһенә үтеп инеүен, береһенең икенсеһенә күсеүен тәьмин итә. “Күк бүре” поэмаһының төп поэтик компоненты хатта тарихи факт – ырыу атамаһына барып тоташа. Унда ошондай өҙөк бар:

                   Һаҡмарыма ҡайтам – Бүреләргә,

                   Бүреләрҙең бында ояһы:

                   Баш Бүре,

                   Һаҡмар Бүреһе,

                   Ҡатралы Бүреһе,

                   Наҙарғол Бүреһе,

                   Таналыҡ Бүребайы… -

                   Ана ниндәй өйөр булғанбыҙ!

                   Таралғанбыҙ, донъя тулғанбыҙ!

                   Инә Бүре алып килгән беҙҙе

                   Күпме ара үтеп  Алтайҙан…

Ырыу тарихы ярылып ята бында. Тик поэма - тарихи әҫәр түгел. Сөнки шағир үҙ ырыуының бөгөнгө яҙмышы хаҡында уйлана. Тарихи фекерләү шулай уҡ Ҡәҙим Аралбай шәхсиәтенең йәнә ошондай мөһим бер  үҙенсәлегенән дә килә: милләттең бөгөнгө яҙмышы өсөн тәрән борсолоу. Ер-һыуға эйә булыу хоҡуғы, теленең тиңдәр араһында тиң булып йәшәүенә хоҡуҡ, милләт азатлығы, дәүләт үҙаллылығы кеүек көнүҙәк  мәсьәләләрҙе  күтәрә һәм яҡлай Ҡәҙим Аралбай шиғриәтендәге  тарихи фекерләү.  Тимәк, тыумыштан килгән тарих тойғоһо шәхес формалашыу барышында  тарихи ҡараш булып ойошҡан, нығынған һәм  шиғри таланттың  үҙенсәлекле  асылыуына, үҫеүенә ерлек биргән. Шәхсиәт һәм шиғриәт бер-береһен шулай ҡеүәтләй.

Ҡәҙим Аралбай шиғриәтендә уның үҙ шәхсиәтен генә күреү уның ижадының йөкмәтке байлығын ныҡ тарайтыуға килтерер ине. Ил, халыҡ тормошондағы  бик күп ваҡиғалар, шәхестәр урын ала унда. Ә айырыуса тулы кәүҙәләнгән  ысынбарлыҡ – үҙ тиҫтерҙәренең рухи биографияһы. Ошо асылды: “Шиғриәттә - быуын яҙмышы…”, тип  дөйөмләштерергә мөмкин.  Был йәһәттән Ҡәҙим Аралбай ижады Рауил Бикбаев, Хәсән Назар, Тимер Йосопов, Ирек Кинйәбулатов, Риф Мифтаховтар шиғриәтенә ауаздаш. Бала сағын һуғыш уты көйҙөргән был быуын,  ергә сүктерерҙәй ауырлыҡтарҙы ла  еңеп өйрәнгән кешеләр, бөгөн тормош йөгөн дә, ижад йөгөн дә төпкә егелеп тарта. Был шағирҙарҙың тауышы башҡорт лирикаһында бер аҙ ҡырыҫыраҡ кеүек. Был да  шәхсиәттән киләлер. Аяуһыҙ заманалар хәҡиҡәттең күҙенә тура ҡарарға өйрәткән. Был - әсе, ай-һай әсе хәҡиҡәт. Ҡырыҫ лирика замандаштың ихтыяр көсөн тәрбиәләүгә һәләтле, изгелекте һәм матурлыҡты тәрәнерәк төшөнөргә һәм баһаларға ярҙам итә.  Йәшәү бәхетен бөтә ысынбарлығында тойорға булыша.

Ҡәҙим Аралбай шәхсиәте һәм шиғриәте тығыҙ бер бөтөн булып ойошҡан. Шул уҡ ваҡытта был ижадта заман ысынбарлығы, быуындың поэтик биографияһы ла киң, тулы сағылыш таба.

Үҙе тыуҙырған геройҙары менән уҡыусы күңеленә  керә яҙыусы. Ҡәҙим Аралбай поэзияһының геройҙары кемдәр һуң?  Ышаныслы рәүештә  әйтергә мөмкин: уның яратып йырлаған образдары һәм күренештәре инде тулыһынса асыҡланған, бик күп әҫәрҙәрҙә улар ҡабат-ҡабат күҙ алдына баҫтырылған. Ҡәҙимдең геройҙары - ысын донъянан,  йәғни тормоштоң үҙенән яралған. Нәҡ ошо хәл - ысын донъянан алынған геройҙар – Ҡәҙим Аралбай  поэзияһына тормошсанлыҡ,  халыҡсанлыҡ рухы алып килә. Атай, Әсәй, Ер-Әсә, Заман, Тарих, Мөхәббәт уның бөтә шиғриәте, шиғыр, поэмалары, робағиҙары буйынса  ҡалҡынған төп образдар. Ә лирик герой иһә (уны күп осраҡтарҙа шағирҙың үҙе тип ҡабул итергә була) шуларҙың һәммәһен күҙенән һәм күңеленән үткәреүсе.

Ата-әсәгә уллыҡ илтифатлығы һәм ихтирамы, оло һөйөү яңғырай Ҡәҙим Аралбай әҫәрҙәрендә. Әсә - изгелек, сафлыҡ символы. Ошо ракурс бик күп шиғырҙар аша үтә.

                            Шишмә асырға яратты

                            Ғүмер буйы әсәйем.

                            Шишмәләреңдән, әсәйем,

                            Ятып һыуҙар эсәйем!...

Ошондай уҡ көйҙәге йәнә бер өлгө:

                            Кисер, әсәй, һине бәғзе ваҡыт

                            Онотҡанда, әүрәп  ваҡлыҡҡа.

                            Күҙ алдыма килеп, ап-аҡ шәүләң

                            Саҡыра гел шәфҡәт,  сафлыҡҡа.

“Шул аҡ шәүләң тора оноттороп Бар хәүефте…” тигән юлдар күпте аңғарта. “Хәүеф” – һуғыш арҡаһында атайһыҙ ҡалған балалар өсөн бик тә таныш һүҙ. Аслыҡ, етемлек, ҡыйырһытылыу хәүефтәре. Ана шул хәүеф-хәтәрҙәр янаһа, әлеге шул Әсә, бахырҡай ғына, бәпкәләрен һаҡлаған инә ҡаҙ шикелле, йәнтәслимгә килеп алышҡа сыға.

Ҡәҙим Аралбай поэзияһында Әсә образы ифрат тәрән мәғәнәле: әсә сафлығы һәм паклығы бөгөн, донъяның техник революцияның төрлө-төрлө зарарлы эҙемтәләре баҫҡан саҡта,  кешенең күңел яраларын имләй, рухтағы ауыр юшҡындарҙы йыуа. “Әсәйҙең сәй япраҡтары” исемле шиғыр, мәҫәлән,  уҡыусы күңеленә һары май булып ятырлыҡ.

Әсә тураһындағы шиғыр юлдары замандашта  рәхимлелек, итәғәтлелек, күңел йомартлығы тәрбиәләүе менән ҡиммәтле.

Атай ҡаны ла көслө аға шағир булмышында.

                   Ғүмереңде, атай, дауам итәм,

                   Бер һыҡтаныу минән ысҡынмаҫ! –

                   Ут эсенә мин инергә әҙер,

                   Ут эсенән тик бер ҡысҡырһаң!

- тигән мөрәжәғәте бар Ҡәҙимдең. Атайҙы ул  фотоһүрәте буйынса ғына белә. “Атай һүрәте” – ана шул хаҡтағы шиғыр:

                   Атайымдың берҙән-бер рәсемен

                   Юғалттыҡ та,

                   Күпме әсенеп,

                  Эй эҙләнек!…

                            Бары бушҡа булды

                            Һаҡлап алып йөрөү йәшереп…

Ҡәҙим өсөн яугир атай –мәңгелек поста. Ә үҙен ул һәр саҡ атайға алмаш тип иҫәпләй. Ошо тойғо уның атай хаҡындағы шиғырҙарына ҡәтғилек, пафослылыҡ сифаттары алып килә, буғай. “Һынап ҡарай, Алмаштарын барлай – Уландарын, гүйә, теүәлләй” тигән юлдар ана шул хаҡта һөйләй. Әсәй, Атай – Ҡәҙим Аралбай поэзияһының айырылмаҫ юлдаштары. Әсәй менән Атай Ҡәҙим шәхесендә шәфҡәтлелек, сафлыҡ һәм яугирлыҡ рухы тәрбиәләһә, шиғриәтенә иһә улар лиризм һәм публицистик үткерлек булып күсә.

Ер-әсә Ҡәҙим Аралбай ижадындағы баҙыҡ образдарҙың береһе. Бер осраҡта ул шағирҙың тыуған төйәге – ҡылғанлы дала, бер осраҡта – мәғрүр Урал, бер осраҡта бөтә Башҡортостан, бер осраҡта Рәсәй булып һынлана. Бер осраҡта шағир үҙенең тыуған төйәге – Хәйбулла районы тураһында былай ти:

                            Ул далалар иркенлеге,

                                               ҡырҙарының киңлеге!...

                            Еренең киңлеге менән

                                               бер дәүләткә тиңлеге.

                            Ул күк әрем, юшан еҫе,

                                               бал ташыған күстәре…

                            Убаларҙа аҡ ҡылғандар –

                                               сал тарихтың сәстәре.

         Ҡәҙим Аралбай – тыуған төйәгенә иң ныҡ бәйләнгән шағирҙарҙың береһе. Ул -  ҡылғанлы дала йырсыһы. Был дала мең төрлө төҫ-сифаттарҙа һынлана, был дала шағирҙы берсә шатландырып, берсә моңландырып, берсә хафаларға  һалып йәшәй Ҡәҙимдең йөрәгендә, мәңгелек тынғыһыҙлыҡҡа саҡыра, йәшәргә, ижад итергә илһам бирә.

Ғәзиз төбәк, тим дә күккә бағам,

Таҙарынам ваҡлыҡ, яҙыҡтан.

Таналыҡтан әгәр ҡот алмаһам,

Яҙыр ине йәнем аҙыҡтан.

         Башҡортостандың башҡа төбәктәренә юл төшкәндә Ҡәҙим уларға үҙенең далаһы аша баға; ошо нигеҙҙә үҙенсәлекле тәрән сағыштырыу барлыҡҡа килә. Бөрйәнгә, Янғантауған, Алтайға, Алатаулы Ҡаҙағстанға арналған шиғырҙар шәлкемдәрендә ошондай поэтик кисереш айырыуса асыҡ күренә. “Алатау шаңдауы” исемле ҡаҙаҡ еренә арналған шиғырҙар шәлкемендә, әйтәйек, бына ошондай урын бар:

                            Мин дала улы булғанға

                            Тауҙар – бер сихри донъя;

                            Ҡаялары – бикле ҡәлғә,

                            Таштары – зиннәт-улъя.

                            Даламдың үҙ матурлығы –

                            Үҙ еҫе, киң сәхрәһе.

         Ҡәҙимдең шиғырҙары араһында оло мәғәнәле ошондай  бер строфа осрай:

                            Аҡ ҡылғандар,

                            Уйҙарымдың осо

                            Әллә ниңә һеҙҙән башлана…

                            Йыһан гиҙеп ҡайтһа,

                            Космонавт та

                            Даланың сал ҡылғандарын ҡосоп,

                            Ватан ҡосағына ташлана.

         Шағир һәм ил яҙмышы берлеге,  тыуған төйәк һәм ил-әсә яҙмышы уртаҡлығы ни тиклем  тәбиғи кәүҙәләнеш алған бында!  Бер деталь-картинала  бөтөн бер оло хәҡиҡәт поэтик дөйөмләштерелгән.  Кескәй Ватан менән  оло Ватан шағир шәхесе аша бер бөтөн булып ойоша.Ер-әсә йырға күсә.

         Тыуған ерҙә шағир ҡунаҡ түгел, ә уның йәмен, йәшәйешен хәстәрләүсе хужа ла. Ер-әсә күргән афәттәр өсөн тәрән  кисереүе ярылып ята. “Таналығым” шиғырында  рәнйетелгән  төйәк өсөн асыныу әҫәрҙең төп  лейтмотивына әүерелә.

         Тыуған ерҙең  бөгөнгө хәүефле экологик хәле хаҡында  тәрән борсолоуҙар Ҡәҙим Аралбай  шиғриәтенә драматизм рухы алып килә. Шунлыҡтан бындай шиғырҙар  гражданлыҡ лирикаһы төҫөн ала. Ҡәҙимдең замандашты тыуған ергә, ер-әсәгә ысын хужаларса хәстәрлек менән йәшәргә  саҡырыуса сая тауышы нисәмә йылдар буйына  көслө яңғырап килә.  Бөгөнгө көн өсөн ул - шағир-гражданин. Рауил Бикбаевтың “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһында набат булып  яңғыраған ер-әсә матурлығының вәхшиҙәрсә юҡҡа сығарылыуы темаһы Ҡәҙим Аралбай ижадында һәр саҡ өҙлөкһөҙ һәм көсөргәнешле яңғырай.

Ер-әсә, шул рәүешле, шағирҙы тормошҡа беркетеүсе, заман хәстәрлектәренә тоташтырыусы, илһам биреүсе, һәр саҡ көсөргәнештә тотоусы хәл иткес ысынбарлыҡ булып ҡала.

Мөхәббәт – Ҡәҙим Аралбай поэзияһының  айырылмаҫ юлдашы.  Йылдар үтеү менән был тема ҙур үҙгәрештәр кисерә.  Тәүге китаптарында  мөхәббәт хаҡында шиғырҙар бик аҙ осраһа,  ҡорораҡ та килеп сыҡһа, һуңғы ике йыйынтығында  инде мөхәббәт лирикаһының матур өлгөләре ялтлап ята:

                            Һин бик йоҡа гәлсәр ваза кеүек

                            Сайралырға ғына тораһың.

                            Ҡурсаларға һине юғалтыуҙан

                                      Мөхәббәтем менән ураным.

Мөхәббәт лирикаһында  йыш ҡына дауыллы драматик рух килеп инә:

                            Илай тауҙар һулҡылдап…

                            Урын тапмайым йәнемә,

                            Бәреләм дә һуғылам.

                            Һин эргәмдә лә,

                                               түгел дә,

                             Бер туңам,

                                               бер ҡурылам.

Ошо шиғырҙағы  “Йә йыһан ҡоя йәшен”, “Илай тауҙар һулҡылдап” кеүек  ассоциатив берәмектәр Ш.Бабич, М.Кәрим  шиғриәтен хәтерләтә.

Шуныһы ҡыҙыҡлы: шағир сит ҡитғаларҙа сәфәр йөрөгәндә яҙылған шиғырҙар мөхәббәт хистәренә айырыуса бай. “Алатау шаңдауы” исемле шиғырҙар шәлкеме шуға шаһит.  Шул уҡ шәлкемдә Ҡәҙим Аралбайҙың шағир булараҡ үҙгәрешен,  ижадының яңы сифаттары асылыуын дәлилләүсе  байтаҡ шиғырҙары араһынан “Туй ҡорҙо төнөн йондоҙҙар” тигәнен билдәләргә булыр ине:

                            Дәртле ай, шашҡан йондоҙҙар….

                            Хыялланып туймайбыҙ,

                            Шарлауыҡта ултырабыҙ,

                            Һыу сәсрәткән булабыҙ…

Ҡәҙим Аралбай, шулай итеп, һуңғы йылдарҙа лирик поэзия йүнәлешендә ышаныслы асыла бара. Күп кенә йылдар бик етди темалар хаҡында яҙып, үҙен танытҡан шағир өсөн был күп нәмә һөйләүсе күренеш. Был йәһәттән “Рух яҙыуы” тигән йыйынтығы (1995) бигерәк тә тәрән мәғәнәгә эйә.

Әле генә телгә алынған китабы донъя күргәс, шағир үҙ шатлығын былайыраҡ тип белдергәйне: “Бындағы әҫәрҙәрҙең туҡһан  проценты самаһы – яңылар”. Әҙиптең тынғыһыҙ ижад менән йәшәүен һөйләй был хәл. Әммә хикмәт күп яҙыуҙа ғына түгел. Эш – шағирҙың төрләнә  барыуында. “Рух яҙыуы” китабының титул битендә “Робағиҙар. Ҡобайырҙар. Шиғырҙар. Йырҙар. Поэмалар. Бәйеттәр” тип күрһәтелгән.  Тимәк, поэзияның бик күп жанрҙарында ижад итеү маһирлығына эйә була Ҡәҙим. Был өлкәләге иң һуңғы яңылыҡ – робағиҙар. Нәҡ ошо жанр ҡәләм оҫтаһының поэтик яңырыуҙарҙан туҡталмауы тураһында һөйләй. Был жанр Ҡәҙим ижады өсөн генә түгел, ә ғөмүмән үҙенсәлекле яңылыҡ алып килде шиғриәткә. Шәлкем биш бүлектән тора: “Дан”, “Заң”, “Таң”, “Байғараға әйткәндәрҙән”, “Маңлайыңа яҙғаны”. Уларҙағы идея-эмоциональ һулыш сәсәндәр әйтеше,  ҡобайыр, Аҡмулла монологтарын хәтерләтә. Халыҡ яҙмышы хаҡында уйланыуҙарҙы үҙәккә ҡуя шағир. Халыҡ яҙмышының асылын (аҡ йә ҡара  яҡтарын) билдәләүсе критерий итеп юғарылыҡ тигән төшөнсә алынған:

                            Күсмә тормош тороп ҡалды быуаттарҙа,

                            Әммә күсә ҡырағайлыҡ быуындарға,

                            Ҡайҙа беҙҙең халҡыбыҙҙың бөйөклөгө? –

                            Ҡасан алып сыға башын дауылдарҙан? –

тип өндәшә лирик герой замандаштарға.

Эске матурлыҡ һәм паклыҡ – юғарылыҡтың  бер билдәһе, тип раҫлай шағир “Байғараға әйткәндәрҙән” тигән робағиҙарында:

                            Эй, Байғара, тирә-яғың ҡап-ҡара,

                            Өлгөрмәнең юлдарыңды  байҡарға.

                            Тышың – күмер, эсең – гәүһәр булғанға,

                            Яҙмыш алды даръяһында сайҡарға.

Робағиҙар шул яғы буйынса айырыуса актуаль: абстракт төшөнсәләр, тарихи үткәндәге күренештәр, дөйөм фекерҙәр тирәһендә һүҙ барған һымаҡ күренһә лә, асылда – бөтә нәмә бөгөнгө заманға, замандашҡа төбәлгән. Ошо өҙөктә был бигерәк асыҡ:

                            Ҡай әсәнән – йәнеңдәге ғәмһеҙлек,

                            Ҡай сәсәндән  һүҙеңдәге дәртһеҙлек,

                            Ҡай атанан – быуыныңда кәрһеҙлек,

                            Ҡай батанан – зауығыңда мәнһеҙлек…

Һис кемде битараф ҡалдырмаҫ бындай юлдар. Уҡыусы үҙенә-үҙе өндәшер: “Ә мин һуң – ниндәй? Ә мин һуң – ниндәй?”

Робағи – боронғо һәм олпат жанр. Шағир ҡәләме уны йәшәрткән, хәҙерге заманса йөкмәткеле иткән. Традицияларҙың новаторҙарса үҫтерелеүе шулай булалыр. Ҡәҙимдең робағиҙары  ваҡытты оҙайтҡан һымаҡ. Тәьҫораттарҙың күп һәм төрлө-төрлө булыуынан торалыр ахрыһы әҙәбиәттең ваҡыт масштабы.

Шағир ижадында  поэмалар ҙур урын ала. Ул әленән-әле мөрәжәғәт итә  был жанр формаһына. “Сапҡын”, “Батыр яраһы”, “Аҡ тирмә”, “Һағышнамә”, “Өмөт”, “Ҡыҙғатау”. “Тарас менән Ҡарас”, “Ҡойондар”, “Саҙаҡа”, “Ауыл төтөнө”, “Беҙ – кеше”, “Рух яҙыуы”, “Күк Бүре”, “Ҡаратау тотҡоно”, “Таналыҡ тауышы” һ.б. тиҫтәнән ашыу поэма. Поэтик эшләнештәре лә, идея-тематик  күтәремдәре лә төрлө-төрлө, бер кимәлдә түгел уларҙың.  Был тәбиғи ҙә,  сөнки замандарыбыҙ ҙа  төрләнде, үҙгәрҙе. Тик поэмаларҙың  барыһында ла тарихи үткән менән бөгөнгөнө бәйләп ҡарау көслө. Үткәндәге ваҡиғаларҙы тасуирлап, шағир хәҙерге көн хаҡында уйлана; йә бөгөнгөнө тасуирлап, үткәндәргә үҙ ҡарашын бирә. Бындай синтез Ҡәҙим Аралбай ижады өсөн  төп ҡанунға әүерелгән инде.

Күренеүенсә, Ҡәҙим Арлбай поэтик яңырыштарҙан туҡталмай. Тимәк,  яңырыуҙар алда дауам итәсәк. Шағир шуның менән ҡыҙыҡлы ла. Был яңырыуҙар ҡайһы бер осраҡтарҙа ҡапыл ғына аңлашылып бармаған  яңылыҡтар менән уҡыусыны  һиҫкәндереп ебәрә. “Рух яҙыуы” тигән һүҙ –образ тәүҙә уҡыусыны аптыратып ебәрҙе. “Ул ни тигән ишетелмәгән һүҙ?” Ошондайыраҡ һүҙ йөрөнө. Әммә китапты уҡып сыҡҡас, барып етте шикелле уҡыусыға. Халҡыбыҙҙың рухи тарихын аңлатыусы образ рәүешендә күңелдәргә инде. Бына шулай шағирҙың поэтик теле тураһында тағы бер осраҡ өҫтәлде. Ҡәҙим Аралбай - башҡорт телен тәрән белеүсе шағир. Быныһы уның тәүге шиғырҙарында уҡ күренгәйне. Тел байлығы йәһәтенән Ҡәҙимде алтмышынсы йылдарҙа әҙәбиәткә килгән Мөхәммәт Илбаев, Мәхмүт Һибәт менән сағыштырып булыр ине.

Шағир бөтә ижады буйынса башҡорт поэтик тел хазинаһына үҙенең тос өлөшөн индерә килә. Зиһенле һәр уҡыусы быны күрмәй ҡалмаҫ.

Ҡәҙим Аралбайҙың башҡорт поэзияһындағы эшмәкәрлеге халыҡ, йәмәғәтселек тарафынан күптән танылыу алды. Ул - Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты.

Күренекле шағир,  танылған йәмәғәт эшмәкәре Ҡәҙим Аралбай әле ижадының мул емештәр биргән мәлен кисерә. Алда тынғыһыҙ ижади эҙләнеүҙәр менән тулы юлдар, осрашыуҙар,  кисерештәр, тетрәнеүҙәр һәм шатлыҡтар көтә  шағирҙы. Амин, шулай булһын!

                                                                          

Тимерғәле Килмөхәмәтов.