Бурап-бурап ҡар яуғанда
Күрәм иген өйөмдәрен.
Иҫтә һаман: ауылымдың
Мул уңышҡа һөйөнгәне.
Бура-бура ашлыҡ алып,
Икмәккә бер туйған саҡта,
Онотманыҡ йот йылдарҙа
Йомрандарҙы һуйған саҡты.
Булды йәнә:
Ауылдаштар
Үҫтерһә лә тау-тау иген,
Келәттәрҙе ҡырып-һепереп
Тапшырттылар: “Һорай Илең!”
Әле булһа тел осомда
Туңған аҡ икмәктең тәме.
Әсәй уны алып ҡайтты
Һатып яңы дебет шәлен.
Туңған икмәк...
Боһорап торған
Түңәрәк ауыл күмәсенә
Өйрәнгән беҙ — балаларға —
Кирбес икмәк нимә генә!
Туңған ап-аҡ буханканың
Ирегәнен дә көтөп тормай,
Әсәй бирҙе телеп-телеп,
Шатлығы эсенә һыймай.
Үҙе ипләп күҙен һөртә,
Йыя икмәк валсыҡтарын.
Һөйләй Ерекле баҙарын,
Онотоп юлда талсыҡҡанын...
Бурап-бурап ҡарҙар яуа...
«Былай булғас икмәк була!
Балаларҙың бәхетенән,
Тик ризыҡҡа яҙһын ғына...»