Турат ауылы янындағы
Ҡайынҡабаҡ хәтирәһе.
Бала саҡта төштөк диңгеҙ төбөнә,
Тәрәнлеге булманы бот төбөнән.
Шунда йәнде аҡтарырлыҡ көс менән
Таш быуаттар миңә күҙен төбәне:
Шайтан бармаҡтарын миңә терәне,
Ҡабырсаҡтар тауыш бирҙе өҙөлөп,
Өнһөҙ генә балыҡтарҙың һөрәне,
Ташбаҡалар әзерәйгән һөҙөлөп...
Табаҡ-табаҡ таштан һарҡа күҙ йәше,
Ҡатлам-ҡатлам ҡомдар илай ишелеп,
Элек ярһыу диңгеҙ ҡалған шымтайып,
Хаким Ваҡыт ғәйрәтенән сигенеп.
Ул дәүерҙәр — хас әкиәт, төш инде
Ғәжәп донъя серен бөгөн төшөндөм.
Әммә тәүге сирҡанысты алырға
Ҡабат диңгеҙ төптәренә төш ине!..