(Юрий Андриановтан)
Урал ташы ята өҫтәлемдә —
Малахит та түгел, йәшмә лә.
Сал тарихтан миңә йәдкәр булды,
Ҡаяларҙан килеп төшһә лә.
Йәш сағында татыған ул ерҙең
Ут йөрәге урғып-ташыуын.
Ваҡыт менән алышта сыныҡҡан
Уралымдың ябай ташы ул.
Хәҙер инде ул — китаптар менән,
Тәбиғәттән алыҫ — бер ситтә.
Йылы өйҙә шымып ҡына ята,
Таш та түгел, гүйә, бер тәтәй.
Ә шулай ҙа уның тамырында
Уйнап ҡуя дауыл юҡ-юҡта:
Әлмисаҡтан иҫкән утлы елдәр,
Шарлауыҡтан шыуған боҙлоҡтар…
Ошо ташты һалһам устарыма,
Һәр бер уйымында тойола:
Салауаттың ат тояғы эҙе,
Сапҡан саҡта ирек яуына.
Сыйғыланған урындары таштың
Һеңдергәндәй бығау илауын;
Тамғаларын күрәм ҡасҡындарҙың
Һаҡлағанда ерен, иманын...
Урал ташы!
Һиңә кем хөкөмсө? —
Ел-ямғырмы һине ярыусы!
Ауыр ломдар менән яралаусы,
Табыныусы?..
Һине ҡорал итеп,
Ҡуйынына тығып барыусы...
Урал ташы ята өҫтәлемдә,
Мәғрур ҡартлас — Ваҡыт көндәше.
Яҙмышымдың сабыр бер шаһиты,
Һиҫкәндерә, өнһөҙ өндәшеп.