Рәсәйҙең — атҡаҙаған, Башҡортостандың
халыҡ артисы Мөхәммәт Иҙрисовҡа.
Пенсионер тиҙәр һине тағы!..
Ышанмаҫ — кем тоғро һөйөүгә.
Һөйөү бит ул пенсияға сыҡмай,
Ә һин мәңге ғашиҡ бейеүгә.
Пенсионер, имеш...
Һин бит, ағай,
Бер пионер кеүек баҫҡанһың.
Муйыныңа күпме саҡырыуҙар,
Әллә күпме бурыс аҫҡанһың?!
«Эх бер генә тағы бейеһә!» — тип
Йәше-ҡарты баҫа көйөүен.
Сәхнә — һинһеҙ,
Һин сәхнәһеҙ ҡалһаң,
Нишләр ине башҡорт бейеүе?!
Бейерҙәр...
Тик һинең бейеүеңдең
Йәме генә түгел, ғәме бар,
Йөрәкте тулатыр осҡоно бар,
Ҡанатланып осор йәне бар!
Бейеүеңдә һинең — башҡорт рухы,
Ҡанлы, шанлы, данлы үткәне,
Һунарсы ла,
Һуғышсы ла булып,
«Байыҡ» булып ғүмер иткәне.
Бейеү һинең һөйгән йәрең булды:
Ҡоло итте һине, бей итте...
«Ул сәхнәлә бейей», — тип торманы,
Һине лә бит тормош бейетте.
Һайй бейетте!.. Нисек кенә булды
Һеңгәҙәтә һуҡҡан саҡтары!
Әммә һиндә Алпамыша көсө —
Баҫһаң һыныр иҙән таҡтаһы!..
«Бар ғүмерен бейеп үткәрҙе ул», —
Тиеп бер кем үсәп әйтмәҫ тә.
Һин бит бирҙең барлыҡ булмышыңды
Бейеү тигән Оло сәнғәткә!
Көйһөҙөрәк булып китһә йәшәү,
Дәрт-зауыҡтар бер аҙ һайыҡһа,
«Һа-а а-ай рәхәт донъя!» — тиеп,
Һәр берегеҙ баҫһын «Байыҡ»ҡа!
Бөтә халыҡ уға эйәргәндәй,
Таянып та алған бөйөргә...
Бейеүсегә, зинһар, һүҙ әйтмәгеҙ, —
Яңы ғына төшкән бейергә!..
1995.