Ғүмеребеҙ заман йәйәһенән
Зыңлап осто ҡыйғыр ҡош кеүек.
Хәтәр юлда яңғыҙ осҡандарҙың
Күкрәгендә ҡағыр ҡуш йөрәк.
Яңғыҙ осҡан ҡошта батырлыҡ та,
Сабырлыҡ та булыр етерлек.
Сыңрай-сыңрай сыҡҡан йөрәк моңо
Күңел төптәренә үтерлек...
Сәсән яҙмышы ла — яңғыҙ осоу,
Сәсәү, әрнеү, яныу, гел ярһыу,
Билдәһеҙлек күген айҡай-айҡай,
Яфа сигеп алға уҡталыу.
Тетрәүҙәрең, һағыш-болоҡһоуың
Белһәң икән йөрәк ярғанын!
Бар ғүмерең — ҡуныр урын тапмай
Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны...
Ғүмеребеҙ заман йәйәһенән
Осто зыңлап, ашты күктәргә.
Сәсәндәргә яҙған — яңғыҙ осоу
Йә йәшенгә һуғылып күкрәргә…
21 март, 1993