Көҙгө урман бөгөн бик тә уйсан:
Ойоп тора олпат имәндәр,
Әллә ҡайғы баҫҡан ҡайындарҙы —
Башҡайҙарын түбән эйгәндәр.
Көмөш аулы урман һуҡмағынан
Офоҡтарға ашып китәһе.
Йәй һулышын ҡапыл биткә бөрккән
Сыуаҡ үҙәндәргә етәһе...
Көҙгө урман,
Бөгөн мин дә уйсан,
Уйсанлығың көйҙәш күңелемә.
Һағыштарың, уйың — симфония...
Моңһоу сағыңдан һис төңөлмәм.