Ник өндәшмәй миңә ҡайындар,
Тынып ҡалған ниңә былбылдар,
Елдәр ниңә хәлең һөйләмәй,
Ҡурай ниңә йырың көйләмәй?..
Һин киткәнгә – моңһоу ҡайындар,
Телдән яҙған йырлы былбылдар,
Елдәр оҙаҡ сәләм көттөрә,
Ҡурай зарлы көйҙө өҙҙөрә...
Тоноҡланған көн дә йәм юҡҡа,
Болоҡһоған донъя һин юҡҡа...