(Александр Малимоновтан)
Ҡылғанлы убала ҡурайҙар сыңрауы
Үҙәккә үткәрә быуаттар заңдарын.
Ул һөйләй:
шәреҡтең бихисап каруанын,
Ул көйләй:
баҫҡындар уғының зыңлауын.
Яҙҙарын шишмәләр ҡолондай ашҡына,
Аҫауға әйләнә, ҡотороп ташҡанда;
Йәйҙәрен йәшенә ҡамыштар аҫтына,
Төбөндә яланғас таштары асыла.
Ә йәйге кистәрҙә,
һағышлы йыр тыңлап,
Сихырсы ҡарсыҡтай
йондоҙҙар йылтырай,
Баҡыр ай ойоған, мөгөҙөн тарбайтып,
Туғайҙар иҫертә, бал еҫе таратып.
Сал тарих илсеһе —
йән дуҫым,
ҡурайым,
Халҡыңдың мәңгелек йыр-моңон тыңлайым.
Ул моңдар барында үс-мәкер яралмаҫ,
Именлек һәм һөйөү төйәкләр далала...