Таналыҡ буйында табылған
Таш кеше һынына ҡарайым,
Быуаттар һыйпаған битенән,
Елдәрҙән өтөлгән ҡарайып.
Истәктәр ҡуйған ул таш һынды,
Ацтектар юлланғас Себергә —
Рәхимле көн тыуыш яғына,
Йән тартыр, билдәһеҙ сер ергә...
Таналыҡ буйында таш һындар,
Бабалар рухына ҡуйылған.
Ацтектар йөҙөнөң һырҙары
Истәктәр битенә уйылған...