Кисер, әсәй, һине бәғзе ваҡыт Онотҡанда, әүрәп ваҡлыҡҡа. Күҙ алдыма килеп, ап-аҡ шәүләң Саҡыра гел шәфҡәт, сафлыҡҡа. Шул аҡ шәүләң тора оноттороп Бар хәүефте, мәкер, золомдо, Рухиәтең — һүнмәҫ яҡты сыраҡ, Яҡтыртаһың барыр юлымды...