Шишмә асырға яратты
Ғүмер буйы әсәйем.
Шишмәләреңдән, әсәйем,
Ятып һыуҙар эсәйем!..
Маҡан, Туржы буйҙарында,
Әҙел, Киндер сайында
Әллә ниңә яратты ул,
Шишмәләрҙе таҙартты ул
Барған-ҡайтҡан сағында.
Шишмә асырға яратты
Тынғыһыҙ йән — әсәйем...
Мөлдөрәп аҡҡан шишмәңдән
Ятып һыуҙар эсәйем...
Әсәйем!..