Айгөлгә
Хуш еҫле мәтрүшкә шәлкеме,
Ваҡ ҡына биҙәкле шәл кеүек.
Тауҙарҙың еләкле һулышы
Саҡыра, йөрәкте сәңкетеп.
Хуш еҫле мәтрүшкә шәлкеме,
Леп-леп-леп һүнгән май шәм кеүек.
Тауҙарҙа тамыры ҡалғанға
Илайҙар, күҙҙәре шәмәреп.
Хуш еҫле мәтрүшкә шәлкеме,
Ҡыҙҙарҙың ҡулында шәм кеүек,
Наҙҙарын балҡытып ебәрә,
Йәшлеген уята һәр кемдең.
- Хуш еҫле мәтрүшкә шәлкеме!
Ғүмерең миңә бик йәл кеүек…
Мәтрүшкә баш һелкә:
“Ғүмерем
Кешеләр өсөн һис йәл түгел!..”
Хуш еҫле мәтрүшкә шәлкеме…
1982 – 1985.