Ауылдашым Зиннәт Баракатовтың
яҡты иҫтәлегенә
Баш осоңда ҡурай һыҙҙырмайҙар,
Баш осоңда ҡылған һыҙғыра.
Бер әсәнең әсе һағышҡайы
Ер-әсәнең сәсен туҙҙыра.
Дан-исемең, ғәзиз есемең дә
Тыуған ергә ҡайтты әйләнеп.
Күкрәгеңә тағылмаған орден
Тарих һөйләй кеүек йәнләнеп.
Афған халҡы азатлығын һаҡлап,
Үтәп туғандашлыҡ бурысын,
Ауғандарҙың ниңә,
Зиннәт ҡустым,
Оҡшатамын һиңә барыһын?
Бөтәгеҙ ҙә — һайлап алынғандай,
Ҡарағайҙай һомғол егеттәр,
Йөрәктәрҙе ялҡын ялмағанда
Ситтә ҡалыр һалҡын өгөттәр.
Таналығың һине һылыулаған,
Сыныҡтырған далаң ҡояшы,
Кеселекле иткән әсәң наҙы,
Кешелекле — атаң ҡарашы.
Ғәййәрлекте алһаң Уралыңдан,
Бар булмышың — ғорур халҡыңдан.
Алыҫ афған яҙмышы ла — яҡын,
Олатайҙарҙың яугир данындай.
Афғанстан үҙәндәрен ҡаплап,
Күҙҙең яуын ала тюльпандар,
Үҫеп сыҡҡанмы ни шул тюльпандар,
Ҡустыларым, һеҙҙең ал ҡандан?!
Ҡайғыһынан ҡара ҡан һауһа ла,
Аңлай быны әсә йөрәге:
Тимәк, улы ысын һалдат булған,
Дуҫтарының булған терәге!..
Йәйрәп ятҡан дала күкрәгендә
Йондоҙ сөйгән һалдат ҡәбере.
Аһ!.. — Түшәлеп үҫкән умырзая!
Тыуған ерҙең һуңғы ҡәҙере.
Киң далаңа ҡайтып яттың, ҡустым,
Ҡоштар шымған, теле бәйләнеп.
Күкрәгеңә тағылмаған орден
Эй саң ҡаға! —
Яугир ҡыңғырауға әйләнеп...
Баш осоңда ҡурай һыҙҙырмайҙар,
Баш осоңда ҡылған һыҙғыра.
Бер әсәнең әсе һағышҡайы
Ер-әсәнең сәсен туҙҙыра...