1
Күпме йүгерҙе ул, күпме сапты
Өлгөрөргә ҡыр(ы)ҡ эшенә,
Ҡыр(ы)ҡ тараф уны көткән саҡта,
Бушаманы ҡырын төшөргә;
Тын алырға туҡтап бер минутҡа,
Урамдарҙан яйлап үтергә,
Бер мәртәбә тыныс ҡына йоҡлап,
Ҡояш сығыуҙарын көтөргә...
Бушаманы, форсаты булманы.
Гел ашыҡты, мәңге ярһыны;
Яттыр эреләнеү йә ваҡланыу,
Ситен булды уға тарһыныу...
Бына әле, бушап мәшәҡәттән,
Йүгереүҙән бер аҙ туҡталып,
Ултыра ҡарт халыҡ араһында.
Үҙ эшенә ситтән һоҡланып...
2
Йөк аты ла шулай:
Тарта көн дә
Ҡушылғанды, ҡушылмағанды.
Сыбыртҡыһыҙ тарта ат яҡшыһы
Ашыҡҡанды, ашыҡмағанды.
Инде бына ҡамыттан ҡотолоп,
Рәхәтләнеп ерҙә бер аунап,
Сапҡан тай-тулаҡҡа ҡарап тора,
Уҙған-кисергәнен күҙаллап.
Өйкәмәй ҙә ҡамыт күк елкәһен,
Әммә өйкәй бер уй күңелен:
«Оҙаҡҡараҡ китте екмәүҙәре,
Ҡуйҙылармы минән төңөлөп?..»
3
Йәлләһәләр,
Һанға һуҡмаһалар,
Бабай әрней ғәрлек утында;
Үҙен тоя,
Инде егелмәҫкә
Туғарылған ҡарт йөк атындай.
Көндә шулай:
Иртүк килеп тора
Барырға тип эшкә, йән атып…
Тик иҫенә төшә
Егелмәҫкә
Туғарылған теге йөк аты.