Яугир ҡәләмдәштәремә
Ҡуян менеп саба, имеш, ғүмер,
Ауышҡас та ҡояш төшлөктән.
Ул ҡуянды әмәл юҡ туҡтатыр
Әжәл микән этен һөсләткән...
Арыҫланда саба һеҙҙең ғүмер:
Яу баҫылған,
юлдар уралған;
Уңыш ҡыры көлтә менән тулған,
Буралаһы йорттар буралған.
Эй саба ла саба һеҙҙең ғүмер,
Арыҫланға ғына атланып!
Ул да күргән икән:
— Ә-лә-лә-ләә!..—
Ялдарында көмөш ялтланы.
Арыҫланда саба һеҙҙең ғүмер,
Иҫәпкә алмай һорау-теләкте.
Һеҙ күнеккән хәтәр шул тиҙлектәр
Һиҫкәндерә беҙҙең йөрәкте.
Офоҡтар киң,
Алда—байтаҡ ара,
Шәфәҡ кенә ҡанға буялған.
Беҙ инде ул — төшлөк еткәс торған,
Һеҙҙең быуын — таңдан уянған...
Һеҙ атланған арыҫландар бер мәл
Ал шәфәҡҡә барып инерҙәр,
Ингән кеүек... теге саҡта утҡа,
Хәл ителгән саҡта еңеүҙәр...