«Күл үртәлгән!..» — тигән хәбәр
Тетрәтте йөрәгемде,
Гүйә, һындыра һуҡтылар
Еремә терәгемде...
Тормоштар ҡалай үҙгәрә,
Аҡылдар үҫкән һайын;
Ҡараштар ҡалай иҫкерә,
Замандар уҙған һайын.
Аҡыл йыямы ул кеше,
Алйый барамы әллә?
Изгелек менән йәнәштән
Шаҡшылыҡ һаман килә...
«Күлде яндырғандар!..» — был һүҙ
Остан осҡа ураны,
Һиҫкәнде хатта зыярат —
Ата-баба урамы.
Йән өшөткөс был һөрәндәр
Бысаҡһыҙ һуйған һымаҡ.
«Эй-й, балам!..» — тип, бар үлгәндәр
Тороп ултырған һымаҡ...
Күл буйында үҫә ине
Сәңгелдәк яһар ерек,
Әле... кипкән төпһәләрҙән
Ҡойола алтын сөрөк...