Томан эстәрендә өйҙәр
Үтә сәйер күренә:
Һөт эсендә яна ҡуҙҙар,
Боҙҙан быуҙар бөркөлә...
Төндә томан эстәрендә,
Уттарын яғып миңә,
Бейек йорттар ҡаршы килә:
— Аҙаштыңмы, дуҫ? Нихәл?
Аҙашмай ҡара төнөңдә—
Бер ни күренмәй, ҡәһәр!
Яңылышмай ҡара өнөңдә —
Замандар ҡалай хәтәр!
Юҡ, ҡурҡмайым,
Мин бит ерҙә —
Үҙ еремдән барамын,
Аңды томан ҡапламаһын,—
Таңда томан таралыр...
Аҡ томандарға уралып,
Бер үтәм урамдарҙан,
Тик юғарыраҡ булайыҡ
Яманға юрауҙарҙан.
Төнө буйы урамдарҙа
Томанға уралайым,
Аҡ хистәргә уранайым —
Хыялда юғалайым...