Йылмайған һәр ҡыҙҙың буй-һынына
Һоҡланһаң да, һоҡланмаһаң да,
Яҙмышыңа тейеш буйһонорға,
Һыҡтанһаң да, һыҡтанмаһаң да...
«Йылмайыуы үҙе дауа!» — тиһең,
Йәшәрһәң дә, йәшәрмәһәң дә.
Йәм тояһың икән — ул хис йәшәй,
Йәшерһәң дә, йәшермәһәң дә.
«Осрар әле!» — тиеп, үҙ-үҙеңде
Йыуатһаң да, йыуатмаһаң да,
Ул ҡыҙ инде — хыял күктәреңдә,
Юғалтһаң да, юғалтмаһаң да...
Йылмайған һәр ҡыҙҙың буй-һынына
Ымһынһаң да,
ымһынмаһаң да,
Яҙмышыңа тейеш буйһонорға,
Алданһаң да,
алданмаһаң да...