Бығаса юлымда гел ҡояш балҡыны,
Күңелем һағынды томандар һалҡынын.
Иртәләр хәйерле томанда йыуынһа,
Йыл килер уңышлы, тием дә йыуанам…
Тылсымлы томандар беҙҙең дә арала;
Бер теләк: аҙ ғына торһон ул таралмай.
Был сихри томанда теләктәр ҡауыша,
Йәрҙәргә томандар – мөхәббәт ҡыуышы.
Йөрәктә ҡайнар ут хистәре яралды,
Инде тик ел кәрәк, томандар таралһын;
Табышҡан йөрәктәр гел бергә ҡалһындар,
Ә быға кешеләр шаһитлыҡ ҡылһындар…
Был нимә?! – Томандар ҡуйыра, ҡуйыра,
Йөрәктәр араһын ҡайырып айыра!..
Томанға ышанып, өнөмдә һаташтым,
Хистәрем алданы, аҙаштым, аҙаштым…