Һағышыңды минән йәшерһәң дә, Күҙең әйтеп тора көҙгөләй. Беләм инде, ҡайғың ташып бара – Тәҙрәләрҙә, ана, көҙ илай… Бүлмәң балҡып киткән, Бола бөткән, Ҡараңғылыҡ ҡасҡан мөйөшкә. Күңелдәрең бөгөн күтәренке – Шашып ялҡын бейей мейестә.