Төнөн йоҡо бирмәй, тәҙрә артында
Тып-тып түгеп көмөш йәштәрен,
Тышҡа саҡыра мине апрель ҡыҙы:
“Сыҡ яныма, ташла эштәрең…”
Апрель ҡыҙы миңә хәтерләтте
Үҫмер саҡтың моңло таңдарын,
Йөрәкһеткән тәүге һөйөү һүҙен,
Бөрө ярған Иҙел талдарын…
- Апрель ҡыҙы, зинһар, туҡта инде,
Түкмә инде татлы йәшеңде!
Һин яратыр егет алыҫтыр ул…
Әллә һары талдар йәшерҙе.
Минең зарҙы ҡыҙый ишеттеме –
Тып-тын булды тәҙрә артында,
Елдәр килеп йәшен һөртөп китте…
Ахыры, ҡыҙый минән тартынды –
Тып-тып баҫып, һаман алыҫайҙы,
Ҡосағына төндөң һыйынып…
Ут-йәшлегем шулай тороп ҡалды
Ҡыҙ артынан китмәй тыйылып.