Ҡош телендәй генә яҙыу ебәр, Ара яҡын тиеп тормасы. Ара яҡын булыу менәнме ни?! – Арттан яттар ҡарап торғастын… Ҡош телендәй генә яҙыу ебәр, Йөрәгеңдең һал да йылыһын. Ул яҙ алып килер ҡошсоҡ булыр, Ә яттарҙың күңеле ҡыйылыр.