Ҡарт Уралдың алыҫ төпкөлөндә,
Тау-урманлы Бөрйән төбөндә,
Ағиҙелдең текә яр башында,
Көҙҙөң аяҙ, шаңдау төнөндә
Йыр ишеттем,
Мәрйәләрҙең йырын!.. –
Рус һағышы – башҡорт ерендә?!
Эх, шул төнгө моңдо –
Рус һағышын –
Ишетә алһамсы йәнә бер генә!..
Алҡын Иҙел
мәғрур ҡаяларға
ҡаҡлығыуҙан туҡтап,
тын ҡалып,
ғорур болан һымаҡ,
башын баҫып,
Тыңланы зар-йырҙы, таң ҡалып.
Ә сал Урал,
аяҡтарын бөкләп,
ҡорға йыйнаулашҡан ҡарттарҙай,
бүрек һалып,
йәдкәр-йыр тыңланы,
Буранбайҙан килгән хаттарҙай.
Ә йыр аҡты
ҡаяларҙы ашып,
Үҙәндәрҙе иңләп, эркелеп…
Унда баҫымсаҡлыҡ,
төшөнкөлөк,
тотҡон хыял иңрәй, елкенеп…
Мин ишеттем йырҙа:
әсирлектә
хазар далалары иңендә
һығылып төшкән мәрйә ҡыҙы зарын,
эйәрле ат күргәс тибендә…
Ишеттем мин:
тарих төпкөлөндә
Путивль ҡоймаларын ҡосаҡлап
Ярославна илай,
Игорь яуын
Половецтар һалғас бысаҡлап…
Ай-һай, ул ғынамы был һағышта!..
Тетрәйем дә киләм һушыма:
Башҡорт зары,
Иҙел булып ташып,
Волгаларға барып ҡушылған.
Рус халҡының һирәк был һағышы
Минең ерҙә тыуған — Уралда:
Баш күтәргән һайын рус мужигын
Урал, Себер һөргән тирандар…
Бөрйәндәге төндөң үкенесе
Гел һарһылта йөрәк алмаһын:
Мәрйәләрҙең эргәһенә барып,
Йырын ниңә отоп алманым?!
Ах, ул төндә моңдан әсир инем,
Килмәгәйне бүлгем һағышты.
Туҡтатырға мөмкин булмағандай,
Кисеп сығып Иҙел ағышын…
Йыр ишеттем,
Мәрйәләрҙең йырын! –
Рус һағышы йәшәй Уралда.
Эх, шул төнгө ҡабатланмаҫ моңдо –
Бер уйнарға ине ҡурайҙа!..