Клараға
Һине аңлау ауыр бер ҡараштан,
Ғүмер буйы аңлап бөткөһөҙ.
Ғорурлығың – Уралтауҙай бейек,
Ҡырыҫлығың – урман, үткеһеҙ.
Һине аңлау ауыр бер һүҙеңдән –
Эй һаранһың йөпләү, йәлләүгә.
Әммә һүҙең – таштар иретерлек,
Килмәй буламмы һуң көйләүгә?!
Һине аңлау ауыр бер һынауҙан,
Ғүмер буйы һынап бөткөһөҙ.
Һин бит миңә – яҙғы ярһыу ташҡын,
Һөйөү ярҙарыңа үткеһеҙ.
Башҡаларға һин һис ундай түгел,
Башҡаларға бер үк – ҡәҙимге.
Миңә һинең ярһыу ташҡын булып,
Тын күл булмағаның ҡәҙерле…
Һине аңлау ауыр бер уйлауҙан…
Хыялдарым хатта еткеһеҙ…
Һөйәмдер ҙә һине булғаныңа
Ғүмер буйы аңлап бөткөһөҙ.