Ғүмеремдең һәр бер яңы көнө —
Яңы кисеү, яңы кисереш.
Шул һынауҙар минән талап итә,
Көтә
Хәл ителеш, сиселеш.
Ҡасан ғына ярһыу хыялдарым
Күтәргәйне күккә бер талай,
Ауҙым!
Аҡыл әйтте: «Осор өсөн
Ҡанат кәрәк, шуны бел, малай!..»
Остом!
Тормош, бына ҡосағыңда
Ҡанаттарым йәйеп гиҙәмен.
Хәүефтәрең булыр,
Дауылдарың...
Ҡанаттарым талыр, һиҙәмен.
Шуғалыр ҙа
Һәр бер яңы көнөм —
Яңы кисеү,
Яңы кисереш.
Көндән-көн был тормош талап итә
Яңы хәл ителеш, сиселеш...
Артта инде уйһыҙ, тәжрибәһеҙ
Кәртә ярып сыҡҡан тай саҡтар!..
Әммә тормош төйөндәрен сисеп,
Иҫ-аҡылым китә ҡай саҡта...
Әле ҡойон, әле ысыҡ ярам,
Әле кисәм яңы даръялар.
Бер офоғом — имен, һандуғаслы,
тегеһендә — лаулап таң яна...
Яңы көнөм —
Яңы кисеүҙәрем,
Ашҡынамын һеҙҙең ҡосаҡҡа.
Ялҡын йотоп, ярға сығыу менән
Атлыҡмамын йылы усаҡҡа.
Бәхетлемен:
әгәр өҫтәй алһам
Ил йәменә бер нур, бәрәкәт;
Юлатмаһам халҡым күңеленә
Ситтән — әрнеү, яттан — йәрәхәт.
Яңы таңдарыма талпынғанда
Һынауҙарға тағы юлығам...
Ҡорос та бит — кешеләргә оҡшап,
Уттан һыуға инеп сыныға.