Башҡорт ҡыҙы моңо күңелемдә,
Онотманым уны бөгөн дә...
«Беҙҙең ауыл Европаны
Азияға ҡауыштырған.
Ауылды тик көмөш йылға
Ҡап уртаға ярып уҙған.
Һинең өйөң — Европала,
Мин йәшәйем — Азияла,
Һин, бөркөтөм, талманыңмы
Оса-оса ике арала?
Ҡулыңдағы ҡуш толомом —
Бөгөн генә һин һөргән ер.
Кис килмәһәм, мине ҡайһы
Ҡитғанан, әйт, эҙләр инең?
Осҡон сәскән ҡараштарың —
Уралымдың саҡма ташы.
Оҙатып ҡуй мине, әйҙә,
Ҡитғаларҙың сиге аша...
Һоҡланамын ауылымдың
Мәңге йәшәр яҙмышына —
Бер туғандай Европаны
Азияға ҡауыштырған.
Юҡ, бөгөн дә оҙат мине
Сик бағанаһына тиклем.
Сикте үтеү түгел бер ни,
Тик әлегә... Булһын бикле!».
...Башҡорт ҡыҙы моңо күңелдә,
Онотмамын уны ғүмергә.