(Рута Вентанан)
Урал һырты.
Сиктә баҫып торам —
Бында ике ҡитға тоташа,
Ерҙә сик юҡ —
Таҡыя башлы ҡурай
Сал ҡылғандың хәлен һораша.
Күк тә бүленмәгән —
Урал аша
Сыңрай-сыңрай оса торналар.
Ул сыңдарҙан Урал ҡаялары
Елкендергес моңға сорнала.
Сик бағанаһына ҡарап торам,
Баҫҡан ерем — сикһеҙ, тоташтан,
Күпме быуын, ерҙә эҙ ҡалдырып,
Күк Уралда килеп тоташҡан!
Ҡитғаларҙың сиге-ыҙаны бар,
Йәшлек кенә белмәй сиктәрҙе.
Урал аша осҡан торналарҙай,
Хыялдарым еңә биктәрҙе.
Йәшлек хисем йылдар сиген үтте,
Ай-һай, булмаҫ инде был тиккә...
Торналар ҙа ана сыңрай-сыңрай
Урал аша оса Балтиккә.