Сабый сыҡты, ана, көн битенә, Аҡ биләүҙән, пак-саф хистәрҙән, Ҙур өмөттәр бағлап, Йыһан баҫты, Кендек инәй кеүек, хәстәрләп. Донъя шулай аса ҡапҡаларын Һәр быуындың ғүмер таңында. Ерем, бағайымсы күҙҙәреңә Сабый күҙе менән яңынан!