Баҫыуҙарға сыҡтым һине эҙләп...
Табалмағас, йөрәк һулҡыны.
Сәстәреңдең етен төҫөн алған
Башаҡтарҙың шаулы тулҡыны.
Күл буйына килдем һине эҙләп...
Ҡамыштарҙың һөйҙөм биленән.
Шуҡ тулҡындар: «Уңған ҡыҙҙар беҙгә
Ҡояш батҡас килә...» — тинеләр.
Төн йөҙөндә һанһыҙ йондоҙ янды,
Бураҙнаға ятҡан орлоҡтай.
Ҡош юлынан яуҙы устарыма
Тос бөртөктәр аҡыҡ ҙурлыҡта...
Бер ерҙән дә һине табалманым...
Юл күрһәтте компас-Етегән:
Һин баҫыуҙа һаман.
Ут-ҡулдарың
Башаҡтарҙан бәхет-нур игә.
Төн ҡараһын ярып, ҡырға сыҡтым,
Уттарыңа бағып, юҡһынып.
Сәстәреңдәй наҙлы, яҡын миңә
Башаҡтарҙың йылы тулҡыны...