Киңлектә юғалған ауыл —
Дала нуры, Ярлығас,
Осоп барып эҙләп таптым,
Йондоҙҙарың ҡабынғас...
Эй, Ярлығас, Ярлығасым,
Далаң — ярлы, яланғас,
Өйөң — утһыҙ, кешең ас.
Ҡылғандар бары һыҙғырған
Ҡыуан елдән таланғас.
Йәйрәп ятҡан аҡ далаға
Бер хужа һин, Ярлығас.
Ә булған мәл — әйткәндәр бит:
«Бай ере был, ярлы, ҡас!..»
Ярлығасты ярлыҡарлыҡ
Ирек таңы ҡыйылғас,
Далаң ҡәҙергә туйынған,
Алпауыттар ҡыуылғас...
Палаткалар ҙа өҫтәне
Далаға тормош йәмен.
Ил табынына өҫтәлде
Сиҙәм икмәге тәме.
Киңлектә балҡыған ауыл —
Дала ҡото, Ярлығас,
Осоп барып эҙләп таптым,
Йондоҙҙарың ҡабынғас.
Бөгөн яңы йәшлегеңде
Кисерәһең, Ярлығас, —
Сөм-ҡара бураҙнаң тулып
Ап-аҡ бәхет яралғас!